Әлшәй районы Һарыш ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте

Ошо төбәктә йәшәгән, тыуып-үҫкән яҡташтар бер күрешеп һөйләшергә, күңел асырға ғына түгел, шиғыр тыңларға тип тә йыйылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ауылдаштар байрамы һәр ҡайҙа үтә, бындайы - тик Һарышта. Был юлы һарыштарҙы бер майҙанға шиғриәт йыйҙы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова ошо ауылдан, Дим һыуын һыулап, Дим тулҡындарында балыҡтай йөҙөп үҫкән. Матур юбилейы уңайынан ауылдаштары менән шиғриәт, йыр-бейеү телендә аралашты әҙибә.

Бик матур байрам. Халыҡ йыйылған, әҙерләнгән, өҫтәлдәр тулы, халыҡ шат, сөнки Гөлфиәне беҙ бик ныҡ яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ, ғорурланабыҙ. Ул беҙҙең мәктәптә йыш булды. Уның шиғырҙарын балалар менән ятланыҡ, йырҙарын йырланыҡ. Шуға күрә ул беҙҙең күңелебеҙгә бик яҡын.

Зәйнәп Шәрипова, хаҡлы ялдағы уҡытыусы

Гөлфиә Юнысова шиғырҙарын йәше-ҡарты яттан белә. Сөнки улар йырлап тора, тиҙ хәтерҙә ҡала, ябай тел менән тәрән мәғәнә бирә. Шуға бик күптәре көйгә һалынған. Иң мөһиме - был шиғыр-йырҙар күңелдәрҙе яҡтылыҡ, сафлыҡ, өмөт менән һуғара. Оҙаҡ йылдар журналистика йөгөн тартҡан, «Башҡортостан ҡыҙы» журналын етәкләгән, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа, РСФСР Юғары Советында халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлаған дәүләт һәм йәмәғәт эшәмәкәре бер ваҡытта ла тыуған еренән айырылмай, ябай, ихлас, йомарт булып ҡала.

Гөлфиә апай халҡынан илһам-дәрт алып, ошондай үрҙәр яулағандыр тип уйлайбыҙ. Ҡайтып төшә, ҡыҙҙарҙы йыйып, «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға», «Әйҙәгеҙ, Дим буйына» тигән байрамдар ойоштороп та ала. Халыҡ уны яратҡас, бергә сығып ошондай байрамдарҙы үткәрәләр инде.

Таһир Кашапов, Әлшәй районы Себенле ауыл биләмәһе башлығы

Быйыл Гөлфиә Юнысова өсөн юбилей йылы, сентябрҙә 75 йәшен билдәләй ул. Был дата - шиғриәт һөйөүселәр, халыҡ менән осрашыу өсөн бер сәбәп кенә. Саралар Өфөлә, район-ҡалаларҙа инде үтте һәм үтәсәк. Төрлө заманда ла халыҡ әҙип һүҙенә, аҡыллы фекергә, ышаныс-өмөт уятырлыҡ кәңәшкә мохтаж.

Тыуған ауылда, мине бәләкәй саҡтан белгән кешеләр алдында сығыш яһауы ауырыраҡ. Яҡташтар алдында сығыш яһағанда, һин үҙең өсөн генә түгел, ә туғандарың, ата-әсәйең өсөн дә яуаплы һымаҡ.

Гөлфиә Юнысова Башҡортостандың халыҡ шағиры
Выборы 2026

Донъяға ҡараш позитив булырға тейеш. Кәйефһеҙлеккә төшөп йөрөһәң, кеше еңеп сыға алмай ауырлыҡтарҙы һәм башҡаларға ла терәк була алмай.

Ил-йортҡа һынауҙар килгәндә шағир һүҙенең баһаһы арта. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова өсөн дә халыҡ менән аралашыу - илһам алыу, ижадҡа түл туплау ғына түгел, тәү сиратта шағирлыҡ бурысын атҡарыу.

Рәйсә Абдуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ