Владлен Татарский исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттары үҙәгендә дрондар йыйыу буйынса күнекмәләр үтә

Яугирҙар осоу аппараттарын һүтеп йыйыу, ремонтлау, йыһазландырыу кеүек күнекмәләр үтә. Был тәжрибә коптерҙар осороу кеүек үк үтә мөһим. Сөнки һәр осраҡта төрлө дрондар ҡулланыла. Операторҙар уларҙы тиҙ арала үҙгәртеп ҡора белеүе лә шарт. Ерҙән тороп һауала хакимлыҡ итеүсе яугирҙар менән БЮТ хәбәрселәре осрашты.

Бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ғына дошман позицияһы асыҡланған. Ләкин артиллертистар өсөн уның теүәл координаталары кәрәк. Һауаға дрон күтәрелә.

Осош барышында квадрокоптер йәшеренгән уҡсыны ла күрә. Ләкин һөжүм итергә һуң Пилотһыҙ осоу аппаратын һағалап ултырған һалдат уны атып та төшөрә.

Дрон операторҙары ошондай көтөлмәгән ваҡиғаларға ла әҙер булырға тейеш. Шуға күрә күнекмәләр ҙә төрлө сценарийҙар буйынса үтә. «Шустрый» ҡушаматлы яугир өсөн коптер осороу ауыр эш түгел. Пульт менән идара ителгән уйынсыҡтарҙы күп осорҙом . Шулай ҙа хәрби шарттар бөтөнләй икенсе, ти ул.

Ләкин коптер осора белеү генә етмәй. Яугирҙар техниканың бар нескәлектәрен дә биш бармағылай белеүе мөһим. Пилотһыҙ осоу аппараттары үҙәге инструкторҙары дрондарҙы һүтеп йыйыу, ремонтлау, йыһазландырыу һәм ҡоралландырыу серҙәренә лә өйрәтә. Һәр хәлдә ике ваҡыт коптерҙан берәүҙе йыйыу өсөн тәжрибә булырға тейеш.

Пилотһыҙ осоу аппараттарының да мөмкинлектәре киң, ти яугирҙар. Дрондар менән тотош бер артиллерия расчетына ҡаршы уңышлы көрәш алып барырға мөмкин. Инструкторҙар бер ай эсендә генә ошондай юғары һөҙөмтәле хәрби подразделение әҙерләп сығара.

Үҙәктә шөғөлләнеүсе дрон операторҙары «Башҡортостан» полкы составында хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ. Пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүселәр сафын тулыландырырға теләүселәр Октябрь проспекты 85 йортта урынлашҡан «Ватан һаҡсылары» фонды филиалына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ