Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итә. -"Башҡорт ихаталары" республикалағы уңышлы программаларҙың береһе. Уның ярҙамында халыҡ өсөн хәүефһеҙ, уңайлы биләмәләр булдырыла. Башҡортостанда 1 мең 120 ихата ремонтланған, быйыл тағы 206 биләмә тәртипкә килтерелә. Әлегә тиклем Өфөгә иғтибар ҙур булды. Хәҙер башҡа ҡала һәм райондарҙа ла "Башҡорт ихаталары"н арттырырға планлаштырабыҙ, - ти Радий Хәбиров.







