Беҙҙән башҡа бер кем дә. Ошо девиз аҫтында бөгөн Рәсәй халҡы һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләне. Республикала үткән саралар десантсыларға арналған һәйкәлдәргә сәскә һалыуҙан башланды. Өфөлә йәшәүселәрҙе «Еңеү паркы» майҙаны йыйҙы. Артабан, төп байрам саралары Шишмә районы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында дауам итте. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Һауа десант ғәскәрҙәре көнө Өфөлә йола буйынса «Еңеү паркы»нан башланды. Тап ошо майҙанда ике йыл элек асылған «Десантсылар быуыны берлеге» һәйкәле бөгөн элиталы ғәскәрҙә хеҙмәт иткән ир-егеттәрҙе бергә йыйыр урынға әйләнде.
«Беҙҙән башҡа бер кем дә» девизы аҫтында 93 йыл рәттән Рәсәйҙең элитаһы һаналған ғәскәр бөгөн дә ил һағында. Уның артында ныҡлы тыл - ғаиләләре лә биләй. Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән бергә, ғүмер байрамын билдәләүселәр ҙә бар. Ҡыйғы районы уҙаманы Флорид Ҡазыханов Афған һуғышы ветераны ла.
Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө хеҙмәттәштәр күрешеүҙән тыш, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу сараһы ла булып тора. Митингыға килеүселәр десантсыларҙы хөрмәтләп хәтергә алып, мемориалға сәскәләр һалды.
Элиталы ғәскәр көнөнә арналған төп байрам саралары Шишмә районында үтте. Рәсәй геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында республика халҡы өсөн төрлө майҙансыҡтар эшләне. Уларҙа көс һынашыу, спорт һәм интеллектуаль уйындарҙа ҡатнашырға мөмкин ине. Әҙерлек мәктәбен үткән десантсыларға бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырырға ирек бирмәй. Формала, бөгөн дә ил һағында.
Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө ҡатнашыусыларын һауанан да сәләмләнеләр. Парашютсылар төшкән майҙансыҡта уҡ элиталы ғәскәрҙә хеҙмәт итеүселәр сығыш яһаны. Күнекмә рәүешле ойошторолһа ла, йән яҡҡа ырғыған гильзалар, ер һелкетеп үтеп ингән БТР техникаһын хәтерләтте.
Юғары пилотаж халыҡтың шулай уҡ яратып ҡараған тамашаларҙың береһе. «Первушин» аэродромы пилоттарының оҫталығы бөгөн тәү тапҡыр «Патриот» паркында һыналды. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ авиашоуҙан ҡәнәғәт ҡалды. Ҡанатлы гвардия көнөн билдәләүселәрҙе Республика башлығы ла тәбрикләне.
Радий Хәбиров ҡотлау һүҙҙәре менән бергә, юғары дәүләт наградаларын да тапшырҙы. Ватансылыҡ буйынса тәрбиә эштәрен алып барған, республика үҫешенә, уның мәнфәғәтенә лайыҡлы хеҙмәт күрһәткән бер төркөм замандаштарыбыҙ Рәхмәт хаттары, орден-миҙалдар менән бүләкләнде. Ҡанатлы гвардия вәкилдәрен тағы ла ҡанатландырып ил хәстәрлеген, яуаплылыҡ тойоп йәшәргә этәргес бирҙе.
Азат Ғәлиуллин






