Радий Хәбиров менән һөйләшкәндән һуң, граната шартлатырға янаған ир хоҡуҡ һаҡлаусыларға бирелгән. Шартлатҡыстар Росгвардия хеҙмәткәрҙәренә тапшырылған. Асыҡланыуынса, ир үҙ белдеге менән хәрби часте ҡалдырған. Тикшереү барышында уны Өфөгә алып килгәндәр. Экспертиза үтергә алып китеп барғанда ул Нуғай шоссеһында автомобилдән сығып ҡаса. Һуңынан граната шартлатыу менән янап республика етәксеһе менән осрашыу талап итә. Радий Хәбиров ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр алғас та ваҡиға урынына бара.
Башҡортостан Башлығы граната менән ҡоралланған иргә бәйле аңлатма бирҙе. «Дезертирҙар мәсьәләһе бар. Һәр кем яңылыша ала. Уларға беҙ хөкөмдар түгел. Бындай егеттәргә ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк», тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров



