Бөгөн ураҡ 46 районда алып барыла, бөртөклө культуралар сәселгән баҫыуҙарҙың 10 проценты урып-һуғылған. Һауа торошо һынауҙар ҡуйһа ла, ауыл эшсәндәре бирешмәй. Былтырғы рекордлы уңышты ҡабатлап булырмы? Баҫыу уңғандары менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина аралашты.
Заманса комбайндарҙы иҫкеләре менән сағыштырырға ла түгел. Кабинала кондиционер, магнитола бар, тауыш та әллә ни ишетелмәй. Элекке һымаҡ саң йотмайһың. Уңайлы шарттарҙа эшләргә теләгең генә булһын. Бункер бойҙай менән тулғанын борт компьтеры хәбәр иткәс тә, комбайндың уты яна. Быны алыҫтан уҡ күргән Камаз килеп, уңышты тултырып элеваторға алып китә.
Яңы техниканы «Алға» колхозы былтыр һатып алған. Заманса комбайндар үҙебеҙҙеке, Ростов өлкәһендә йыйыла. Улар ярҙамында эш күпкә йылдам бара.
«Алға» колхозында 6 мең гектар баҫыу. Ужым бойҙайы, арыш, арпа, көнбағыш кеүек культуралар үҫтерелә. Уңыш күләме былтырғы кеүек рекордлы булырға оҡшамаһа ла, хужалар зарланмай. Гектар ҡеүәте яҡынса - 30-35 центнер. Ә райондың уртаса күрһәткестәре аҙ ғына түбәнерәк.
Хәйер, быйылғы һауа торошо республика аграрийҙарын ҡаты һынаны. Ҡоролоҡ, ҡырау, ямғыр культураларҙы бер-бер артлы баҫыуҙары менән ҡырҙы. Шулай ҙа яҡшы уңышҡа өмөт бар. Был йәһәттән Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы райондары яҡшы һөҙөмтә күрһәтә.
Рәзилә Ғиниәтуллина






