Шишмә районында урынлашҡан «Турахан» кәшәнәһе эргәһендә визит-үҙәк төҙөлөшө башланған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров биләмәләге эштәр менән танышып, Евразия күсмә халыҡтар музейын булдырыу буйынса эшсе төркөм кәңәшмәһен уҙғарҙы. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Турахан кәшәнәһе үҙәктә булырға тейеш. Проект буйынса төҙөләсәк объект тарихи һәйкәлде ҡапламаясаҡ. Ҡағыҙҙан ер эштәренә. Бер ай элек Шишмә районында ял итеүселәр, туристар өсөн визит-үҙәк төҙөлөшө башланған. Ҡола яланда архитектура яғынан мөһәбәт бина булдырыу ҡаралған. Унда тарихи экспонаттарҙан экспозиция, амфитеатр, конференц-зал һәм кафе буласаҡ.

Турахан кәшәнәһе эргәһендәге визит-үҙәк төҙөлөшө менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та танышты. Урында уҡ күләмле проектты тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә уҙғарылды. Объектты тиҙҙән сафҡа индереү планлаштырылған. Уныв инженер селтәрҙәргә тоташтырырға кәрәк.

Республика етәксеһе буласаҡ визит-үҙәк нигеҙенә цемент-ҡом ҡатнашмаһы һалып, биләмәләге ҙур төҙөлөш эштәренә нигеҙ һалды. «Турахан» шифахана эргәһендә башҡорт аты үҙәге, спа-шифахана төҙөлөшө лә ҡаралған.

Кәшәнә биләмәһендә археологик тикшеренеүҙәр уҙғарыла. Биләмәлә ҡәберлектәрҙең күп булыуын ҡаҙыныу эштәре дәллиләй. Ерләү формаһы һәм тибы буйынса уларҙың ҡайһы дингә тура килеүе лә билдәләнгән. Радий Хәбиров «Һанлы лаборатория» ялан лагерында археологик экспедицияла ҡатнашыусылар менән аралашты. Белгестәр һәр табылған ҡомартҡының өсД моделен, йәғни һанлы күсермәһен яһай.

Биләмәлә Евразия күсмә халыҡтар музейы төҙөлөшө лә планлашырылған. Әлегә проектлау эштәре дауам итә. Был изге урын Башҡортостанға сит ил туристарын да йәлеп итәсәк.

Евразия күсмә халыҡтар музейы эргәһендә ғаилә ялы өсөн туристик һәм рекреацион объекттар селтәре булдырыу ҡаралған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров биләмәне мобиль элемтә менән тәьмин итергә ҡушты

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ