Башҡортостанда Евразия күсмә халыҡтар музейының сәфәр ҡылыу үҙәге төҙөлөшөнә старт бирелде

Әле объекттың нигеҙе ҡойола. Радий Хабиров  унда  символик  тәңкә  һалды. "Турахан" визит үҙәге  ҙур  туристик комплекстың  беренсе этабы була. Уның майҙаны 1 мең ярым квадрат метр. Бында тарихи ҡомартҡылар  экспозицияһы, кафе, балалар өсөн биләмә, лекция залы урынлаша. Радий  Хәбиров  бинала  ата-бабалары күсмә халыҡ булған дәүләттәрҙең флагтарын һүрәтләргә тәҡдим итте. Турахан мавзолейы 14-се-15-се быуаттарҙа Шишмә районында төҙөлгән. Ул район үҙәгенән 12 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Фото №1 - Башҡортостанда Евразия күсмә халыҡтар музейының сәфәр ҡылыу үҙәге төҙөлөшөнә старт бирелде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ