Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн туристик сәфәр ойошторола. Йылғалар буйлап ике маршрут булдырылған. Тәүгеһе буйлап бөгөн сығалар. Сәфәр ҡылыусыларҙан хаҡ алынмай. Проект Республика Башлығы грантына ғәмәлгә ашырыла. "Инватур" коммерция булмаған ойошма директоры Кинйә Кускилдин һөйләй.







