Йыл башынан алып Башҡортостанда күмәртәләп һатыу күләме былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 19 миллиард 700 миллион һумға артҡан. Дөйөм алғанда республикала тәүге ярты йыллыҡта тауар әйләнеше 538 миллиард һумдан ашҡан.
Был турала Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының тәүге ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенә арналған коллегия ултырышында ведомство етәксеһе Алексей Гусев белдерҙе. Башҡортостанда 28 меңгә яҡын сауҙа объекты иҫәпләнә. Бынан тыш, йәрминкәләр, ваҡытлыса һатыу итеү үҙәктәре эшләй. Күсмә сауҙа нөктәләре генә былтырғыға ҡарағанда меңгә артып 7 меңгә етә. Һөҙөмтәлә тауар әйләнеше күләме лә үҫә тине, Алексей Гусев.



