Медицина хеҙмәттәренең түләүле буласағы тураһындағы мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй

1 сентябрҙән ҡайһы бер медицина хеҙмәттәренең түләүле буласағы тураһындағы мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Был хаҡта ТАСС агентлығына Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры ярҙамсыһы Алексей Кузнецов хәбәр итте.

Медицина ярҙамының бөтә төрҙәре, шул иҫәптән ашығыс, стационарҙа йәки амбулаторияла күрһәтелгән планлы, стационарҙа дарыуҙар менән тәьмин итеү артабан да дәүләт гарантиялары программаһы сиктәрендә бушлай күрһәтелә. Был йәһәттән үҙгәрештәр көтөлмәй. Бөтә кәрәкле медицина ярҙамы Рәсәй граждандарына мотлаҡ медицина страховкалау полисы буйынса бушлай күрһәтелә, тип билдәләне Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры ярҙамсыһы Алексей Кузнецов. Хөкүмәт сираттағы йылға бушлай медицина ярҙамын күрһәтеү буйынса дәүләт гарантиялары программаһын раҫлай, ул юғары технологиялы ярҙам күрһәтеүҙе лә күҙ уңында тота, тип билдәләне министр ярҙамсыһы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ