«Дуҫлыҡ» ял үҙәгендә ойошторолған сараға республиканың әүҙем йәштәре йыйыла. Форумда ижади, эшҡыуарлыҡ, мәҙәни, спорт һәм башҡа өлкәләр буйынса проекттарҙы яҡлау майҙандары эшләй. Форумға бәйле мәғлүмәтте «Бәйләнештә» социаль селтәрендә табырға була.






