“Роснефть“ структураһына ҡараған “Башнефть“ компанияһы 2023 йылдың беренсе яртыһында тәбиғәтте һаҡлау проекттарын тормошҡа ашырыуға 3,6 миллиард һумдан ашыу аҡса сарыф иткән, был уҙған йылғы күрһәткестән 33 процентҡа күберәк.
Аҡса ерҙәрҙе яңыртыу, урман тергеҙеү, балыҡ ресурстарын тулыландырыу һәм һауаны таҙа тотоуға йүнәлтелгән. Билдәләнгән норма 95 процент булһа, Башнефть эйәрсен нефть газының 95,4 процентын дөрөҫ файҙаланыуға иреште. Ҡалдыҡтарҙы юҡ итеүгә иғтибар арта.Йылдың тәүге яртыһында 59 мең тоннанан ашыу нефть шламы эшкәртелгән.
«Башнефть» компанияһының тәбиғәтте һаҡлау йүнәлешендә тағы бер мөһим тармағы - экосистема һәм биологик төрлөлөктө яҡлау, тәбиғәт ресурстарын тулыландырыу.Компания хеҙмәткәрҙәре 16 гектарҙан ашыу майҙанда 25 меңгә яҡын ағас үҫентеһе ултыртты. Шуларҙың 12 мең 500 төбө - Кушнаренко һәм Шишмә райондарында, ҡалғаны - Иглин һәм Асҡын райондарында.
Башҡортостанда һәм Ханты-Манси автономиялы округында 158 гектар майҙанда тағы 560 меңдән ашыу йәш ағас ултыртыу күҙаллана. Республиканың һәм Ненец автономиялы округының һыу ятҡылыҡтарына 20 меңдән ашыу балыҡ селбәрәһе ебәреү ҡарала.







