Йәрәбә уйнатылды, баҫма киң мәғлүмәт сараларының майҙандары бүленде. Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депуттатарын һайлауҙа кандидаттарҙы һәм кандидаттар исемлеген теркәү тамамланды. Бөгөн Үҙәк һайлау комиссияһы йәрәбә тотто. Уның һөҙөмтәләре буйынса сәйәси фирҡәләрҙең һайлау бюллетендә аласаҡ урындары билдәле булды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Етенсе саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайлауға ваҡыт һанаулы ҡала. Сәйәси партиялар тәҡдим иткән һәм бер мандатлы һайлау округтары буйынса кандидаттарҙың республика исемлектәрен теркәү этабы тамамланды. Бөгөн фирҡәләрҙең төбәк бүлексәләре йәрәбә тартыуға йыйылды.
Биш конверт, уларҙың һәр береһендә һайлау бюллетенендә аласаҡ урындар яҙылған. Тәүгеләрҙән булып «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкиле сығып «биш» һанын тартып сығарҙы. Унан һуң «ЛДПР», «Яңы кешеләр», «Ғәҙел Рәсәй — дөрөҫлөк өсөн» фирҡәләре һандарҙың кәмеүе буйынса дүртенсе, өсөнсө һәм икенсе урындарға урынлашты. Коммунистар иһә бюллетен исемлегендә беренсе.
Йәрәбә һөҙөмтәләре һәм һайлау бюллетенендә эләккән урын менән барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.
Сәйәси партиялар өсөн тағы бер мөһим йәрәбә ойошторолдо. Быныһы баҫма киң мәғлүмәт сараларында бушлай урын биреү буйынса. Сарала 9 республика гәзите ҡатнашты. Улар араһында сыуаш, мари, удмурт, татар һәм башҡорт телендә донъя күргән баҫмалар.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы төбәк парламентына кандидаттар теркәү осорон һәм Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының эшен юғары баһаланы.
Етенсе саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайлау 10 сентябргә тәғәйенләнгән.
Әлфинә Килдейәрова



