Беҙҙең редакцияға Өфө үҙәгендә урынлашҡан йорттарҙың береһендә йәшәүсе мөрәжәғәт итте. Ир машинаһын тейешле урынға ҡалдырһа ла, уға штраф килгән. Уғаса, пенсионер сүп-сар контейнерын алып сығыу юлын ҡаплаған. Баҡтиһәң, ҡалдыҡ һауыты ла тейешле урынға ҡуйылмаған булып сыға. Буталсыҡ хәлде БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина асыҡланы.
Тәүге штраф ҡағыҙы Риф Баязитовҡа май айында килә. Пенсионерға мең һумлыҡ түләүҙе төбәк операторы яҙҙырған. Йәнәһе лә, автоһәүәҫкәр машинаһы менән сүп-сар контейнерын алыу сығыу юлын ҡаплаған. Ысынлап та, законда бындай тәртип бар. Әммә һорау икенсе. Машина ҡалдырылған урын парковка биләмәһендә урынлашҡан, ә контейнер бында законһыҙ рәүештә ҡуйылған.
Тәртипкә ярашлы, сүп-сар контейнерҙары махсус майҙансыҡтарҙа торорға тейеш. Уның нигеҙенә 20 сантиметр бейеклектә асфальт һалынып, түбәһе ҡапланырға тейеш. Бында иһә бер талап та үтәлмәгән. Тимәк, законды идарасы ойошма боҙа, ә штраф водителгә килә.
Контейнерҙың ихата уртаһында урынлашыуы санпин талаптарына ла тура килмәй. Исмаһам, контейнерҙарҙың ҡапҡасы бар. Шулай ҙа ҡалдыҡтар еҫе күптән урында йәшәүселәрҙең проблемаһы. Еҫ йорттоң юғары ҡаттарына тиклем күтәрелә.
Мәсьәлә асылы идарасы компания етәксеһе менән аралашҡас, аңлашылды. Контейнерҙарҙы тәртипкә ярашлы урынлаштырыу өсөн ихатала майҙан етмәй. Йорт ҡаршыһындағы госпиталдән контейнер - 100, ә йорттан кәмендә 25 метр алыҫлыҡта булырға тейеш.
Ә сүп-сар ташыусы техниканың юлын ҡаплаусы машина хужаларына штраф яҙҙырыу, күрәһең, дауам итәсәк. Шуға ла Зәки Вәлиди урамы 7-се йортта йәшәүселәргә автомобиль ҡалдырыу урының иғтибарлыраҡ һайларға кәңәш ителә. Ә Риф Баязитов законһыҙ штрафтарҙы түләргә йыйынмай. Судҡа мөрәжәғәт итергә уйлай.
Рәзилә Ғиниәтуллина






