Стәрлетамаҡта «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты буйынса юлдар тәртипкә килтерелә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Хоҙайбирҙин урамынан алып Карл Маркс урамына һәм Элеваторҙар урамынан - Профсоюздар урамына тиклемге арауыҡ яңыртылды. Йыл аҙағына тиклем Стәрлетамаҡта 39 юл объекты ремонты башҡарыласаҡ тип көтөлә.
Көнбайыш урамындағы юл участкаһы ремонты тамамланыу алдында. Эшселәр асфальт ҡатламының өҫкө өлөшөн яңыртып, бордюрҙарҙы тәртипкә килтерергә әҙерләнә. Юл объектында эш 90 процентҡа теүәлләнгән.
Асфальт ҡатламын яңыртыуҙан тыш объекттарҙа светофорҙарға һәм юл билдәләренә иғтибар йүнәлтелә. Төҙөкләндереү йәйәүлеләрҙең һәм водителдәрҙең хәүефһеҙлеген иҫәпкә алып башҡарыла.
Стәрлетамаҡҡа «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә 166 миллион һум аҡса бүленде. Былтыр бында 12 саҡрымдан ашыу юл норматив хәлгә килтерелде. Быйыл да һөҙөмтәле һәм файҙалы программа буйынса 39 юл участкаһын төҙөкләндереү көтөлә.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектында Стәрлетамаҡ 2019 йылдан алып ҡатнаша. Ошо йылдар эсендә ҡала юлдарының байтаҡ өлөшө яңыртылып танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Йылдам үҫешкән ҡалала транспорт инфраструктураһын камиллаштырыу артабан да дауам итәсәк.
Флорида Ким






