Башҡортостанда "Ауыл уҡытыусыһы" программаһында еңеүселәр билдәләнде

Башҡортостанда  "Ауыл уҡытыусыһы" программаһында еңеүселәр билдәләнде

Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, өс уҡытыусы  бәләкәй ҡала  һәм ауыл мәктәптәрендә уҡытырға теләк белдергән. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Баҡаланың 1-се мәктәбенә  бара, математика буйынса белгес Бәләбәй районында Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводы  усадьбаһы  мәктәбендә карьераһын дауам итә. Тағы бер башланғыс кластар уҡытыусыһы Бөрө ҡалаһының 9-сы мәктәбендә уҡытасаҡ. "Ауыл  уҡытыусыһы" программаһы  2020 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Бөгөнгә 150 уҡытыусы  1-әр миллион  һум алды. Киләһе йылда программа тамамлана, тағы  ике уҡытыусыға  бер тапҡыр бирелә  торған  түләү ҡаралған.

Фото №1 - Башҡортостанда  "Ауыл уҡытыусыһы" программаһында еңеүселәр билдәләнде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ