Капиталь ремонт ваҡытында күпер аша 3 тонна ярымдан ашыу йөк машиналары хәрәкәте сикләнгән. Баш ҡалаға инеү-сығыу өсөн водителдәр М-5 Һамар-Өфө-Силәбе федераль трассаһы һәм Нуғай шоссеһы, Ырымбур тракты менән файҙалана ала. Бынан тыш, халыҡ уңайлығы өсөн Шаҡша күпере аша өҫтәмә электропоездар йөрөй башланы. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Бер йәмәғәт транспортынан икенсеһенә күсеп ултырырға тура килгән. Шаҡша күперендә ремонт эше башланып, автомобилдәр хәрәкәте сикләнгәндән алып Дәбрис Садиҡов автобусты электричкаға алмаштыра. Элеккегә ҡарағанда Өфөгә тиклем тиҙерәк барып етәм, ти ул.
Николай Салманов иһә бөгөн беренсе көн автомобилен өйҙә ҡалдырып, Өфөгә электропоезда Өфөгә юллана. Транспорт сараһын алмаштырыу ваҡыт һәм сығымдарҙы экономилай, ти ул.
Республика хөкүмәте ҡушыуы буйынса, 31 июлдән Шаҡша күперен өлөшләтә ябыу сиктәрендә баш ҡала халҡын транспорт менән тәьмин итеү маҡсатында ҙур эш башҡарылған - электричкалар маршруты арттырылған. Өфө-Шаҡша-Өфө маршрутына тағы алты поезд өҫтәлгән, ә Оло-Тәләк- Өфө һәм Өфө-Урман ҡала яны тимер юл бәйләнешендә вагондар 4-тән 6-ға тиклем арттырылған.
Әлеге ваҡытта Өфө - Шаҡша маршруты буйынса иртәнге сәғәт 6-нан киске сәғәт 10-ға тиклем 25 ҡала яны поезы үтә. Күпселек осраҡта «Ҡарлуғас» электропоездары хеҙмәтләндерелә. Шаҡша күперендә төҙөлөш-монтаж эше 2025 йылдың февраль аҙағына тиклем барасаҡ. Ошоно иҫәпкә алып, яңы йылға тиклем тағы 2 «Ҡарлуғас» электропоезы составын маршрутҡа сығарыу күҙаллана.
Вагондарҙың санитар-техник торошон һаҡлау маҡсатында тимер юл транспорты махсус дезинфекция үтә, йыйыштырыу ваҡыттары ла арттырылған.
Әлфинә Килдейәрова






