Рәсәйҙә хәмер эскән килеш электр самокатына баҫҡан, йә велосипедҡа ултырған өсөн штраф тураһында закон проекты әҙерләнгән. Документ Дәүләт Думаһында көҙ ҡарала. Ул ҡабул ителһә, законды инҡар итеүселәргә 10 мең һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк.






