Янғын хәүефһеҙлеге һағында. Ишембай районы Һайран ауылында ҡотҡарыу-эҙләү депоһына нигеҙ һалынды. Ошо уңайҙан, бөгөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе ҡатнашлығында беренсе күсмә ултырыш үтте. Кәңәшмә төҙөлөш эштәре планын барлауға арналды БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Һайран ауылында яңы объектҡа нигеҙ һалынды. Ҡотҡарыу-эҙләү депоһы Ишембай районының бер юлы 12 ауылын хеҙмәтләндерер тип көтөлә. Күсмә ултырышта уның мөмкинлектәре барланды.
Проект планына ярашлы, яңы объект биләмәһендә спорт майҙансығын, уҡыу-уҡытыу үҙәген дә төҙөү ҡаралған. Шулай уҡ өҫтәмә эш урындарын булдырыу ҙа күҙаллана. Өс йыл элек асылған модулле объектта бөгөн ике яңы техника файҙаланыла.
Бөгөн штатта 15 кеше. Һәр сменала дүртешәр янғын һүндереүсе. Һайран ауылында бүлексә яҡын-тирә ауылдар халҡы өсөн ҙур социаль әһәмиәткә эйә булды. Сөнки Ишембайҙан янғын һүндереү машинаһы килеп еткәнсе бер сәғәт самаһы ваҡыт үтеүе ихтимал. Һайран бүлексәһе янғын һүндереүселәре иһә ваҡиға урынына кәм тигәндә 10 минут эсендә барып етә ала. Тимәк, ара яҡыная, кеше ғүмерен, мөлкәтте һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге лә арта тигән һүҙ.
Азат Ғәлиуллин






