Өфөлә «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса быйыл ҡаралған эштәр 88 процентҡа үтәлгән

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, көндәр яҡшы тора, шуға эш ваҡытынан алда башҡарыла.

Проект буйынса эштәр баш ҡаланың Октябрь районында ике майҙанда әүҙем бара. Октябрь проспекты, Шәфиев урамдарында асфальт йәйелә, ихаталар комплеслы тәртипкә килтерелә. Ихата алдары төҙөкләндерелә, парковка урындары бүленә. Совет осоронан ҡаралмаған ихаталар күҙгә күренеп яңыра. Урман тыҡрығы янындағы ике йорт алдында иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем төҙөүселәр юлдың беренсе ҡатына асфальт-бетон ҡатнашмаһы түшәй.

Төҙөүселәр 4200 квадрат метр майҙанда төҙөкләндереү эштәрен башҡара. Яҡтыртыу ҡорамалдары өсөн 20 терәү -бағана ҡуйыла, 100 ашыу парковка урындары булдырыла.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ