Быйыл Башҡортостанда баланы тәрбиәгә алған 650 ғаиләгә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнгән

Ошо маҡсатта Социаль фондтан 5 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Бер тапҡыр бирелә торған пособиеның суммаһы - 26 мең 345 һум. Ғаилә бер нисә баланы тәрбиәгә алһа, түләү һәр береһе өсөн тәғәйенләнә. Тәрбиәгә алынған инвалид-бала, 7 йәштән өлкән бала, ағалы-һеңлеле балалар өсөн 201 мең 300 һумлыҡ пособие ҡаралған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ