Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә юлдарҙы ремонтлау йылдам бара

Юлсылар ерҙе тигеҙләй, ҡамасаулаған ағастарҙы быса, ҡырсынташ түшәй Эш барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.

Был «Заря», «Союз» һәм «Дуҫлыҡ» баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән берҙән-бер юл. Йылдар дауамында таушалып бөткән юлды тәртипкә килтереү - урындағы хужаларҙың күптәнге хыялы. Ә бында 800-ҙән ашыу участка иҫәпләнә. Бигерәк тә ямғырҙан һуң, бында машинала ла, йәйәү ҙә үтерлек түгел. Әммә тиҙҙән хәл үҙгәрәсәк.

Ҡоролоҡ ваҡытында юлда саң күтәрелә. Ямғыр яуһа, машиналар батып ултырғылай. Бына ҡарағыҙ, юлда автомобиль бамперҙары ята, ярылып төшөп ҡалған. Ремонтты беҙ оҙаҡ көттөк.

Алексей Тарасов, «Заря» баҡсасылыҡ ширҡәтендә йәшәүсе

Ремонт бер нисә көн элек башланған. Планға ярашлы, 2 саҡрымдан ашыу юл тәртипкә килтерелергә тейеш. Баҡсасылар әйтеүенсә, эш тәүлек әйләнәһенә тиерлек бара. Тәүге уңайлыҡтар әле үк һиҙелә.

Өфөнөң Калинин районында беҙ 2 объектта эшләйбеҙ. «Умпо» һәм ошо, «Заря» ширҡәттәрендә юлдарҙы төҙөкләндрәбеҙ. Бында юл ситендәге үҫемлектәр бысылған, ошо көндәрҙә ҡом менән ҡырсынташ һаласаҡбыҙ.

Рауил Ибраһимов, төҙөлөш компанияһы генераль директоры

Ремонт Киров районында ла йылдам бара. «Трамплин» кисеүенә илткән юл аша «Дудкин - 8 март» баҡсасылыҡ ширҡәтендә йәшәүселәр йөрөй. Бында 1800 участка иҫәпләнә. Йыл дауамында 100 кеше йәшәй, йәйге миҙгелдә халыҡ күпкә арта.

Мин бында бала саҡтан йәшәйем. Юл бер ҡасан да булманы. Ямғыр ваҡытында ауыр сумкаларҙы йөкмәп саҡ үтә инек. Ниһайәт, итек урынына кроссовки кейеп йөрөй алабыҙ. Радий Хабировҡа рәхмәт, беҙҙе ишетте.

Римма Стрельцова, «Дубовая роща-2» баҡсасылыҡ ширҡәте рәйесе
Выборы 2026

Автомобиль юлын ремонтлауҙан тыш, бында йәйәүлеләр өсөн тротуар һалыу ҡаралған. Эш 25 сентябрҙә тамамланырға тейеш. Быйыл республикала баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән юлдар төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса тәртипкә килтерелә башланы. Мәсьәлә «Смарт баҡсасы» форумында ҡаралғайны. Баҡсасыларға ярҙам артабан да дауам итәсәк.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ