Башҡортостандың 26 районында ҡоролоҡ менән бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Махсус режим 28 августҡа тиклем ғәмәлдә була. Тармаҡ ойошмаларына крәҫтиән-фермер хужалыҡтары вәкилдәре менән берлектә ҡоролоҡ эҙемтәләрен йомшартыу буйынса саралар күрергә ҡушылды. Ауыл хужалығы министрлығына ауыл хужалығы культуралары һәләк булыу арҡаһында килгән зыянды һәм уларҙы үҫтергәнсе тотонолған сығымдарҙы дәлилләгән документтар әҙерләргә кәрәк. Бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотоу вице премьер-министр - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа йөкмәтелде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ