Баш ҡалала Юл хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан мәҙәни саралар ойошторолдо

Августың тәүге йәкшәмбеһендә тимер юл хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Иҫтәлекле дата уңайынан баш ҡалала хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде, Дим биҫтәһендә мәҙәни саралар ойошторолдо.

Өфө вокзалы Куйбышев тимер юлының төп пассажир терминалдарының береһе булып тора. Көн һайын станция аша меңәрләгән пассажир һәм йөк поездары үтә. Тулыраҡ мәғлүмәт Флорида Ким яҙмаһында.

Тимер юлсыларҙың һөнәри байрамына бағышланған кросс машинист, проводниктарҙы ғына түгел, баш ҡалала йәшәүселәрҙе лә берләштерҙе. Дим биҫтәһендә ойошторолған байрамда ҡатнашыусылар ике саҡырым дистанция йүгереп Рәсәй тимер юлы компанияһының бүләктәр алды.

Пассажирҙарҙы имен йөрөтөү, йөктәрҙе өҙлөкһөҙ ташыу, юлдарҙы тәртиптә тотоу өсөн фиҙәҡәр хеҙмәт иткән тимер юлсылар һөнәри байрамын билдәләне. Тимер юлдар үҫтереү һәм буласаҡ поезд хеҙмәтәкәрҙәрен тәрбиәләүгә күп йылдар бағышлаған белгестәр коллегаларын ҡотлап үтте.

Беҙҙең илдә тәүге поезд 1837-сы йылда Санкт-Петербургтан Царское село биләмәһенә юллана. Әммә тарихи ваҡиғаларға ярашлы тимер юлсыларҙың һөнәри байрамы күпкә һуңғараҡ билдәләнә башлай.Рәсәйҙә тимер юлсылар көнө августың тәүге йәкшәмбеһендә үтә. Байрам 1980 йылдың 1 октябрендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән булдырылған.

Рәсәй тимер юлдары буйынса йылына бер миллиард 300 миллиондан ашыу пассажир үтә. Өфө вокзалы Куйбышев тимер юлының төп пассажир терминалдарының береһе булып тора. Көн һайын станция аша меңәрләгән пассажир үтеп кәрәкле урынға барып еткерә.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ