Махсус проект 1 август Новосибирск ҡалаһында старт алғайны. Унда 100-ҙән ашыу малай-ҡыҙ ҡатнаша. «Геройҙар поезының» маршрутында Өфө бишенсе туҡталыш. Баш ҡаланың тимер юл вокзалынан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Өфө тимер юлы вокзалы малай-ҡыҙҙарҙы ҡаршы алыуға әҙер. Оҙон юл үтеүгә ҡарамаҫтан улар күтәреңке кәйефтә. Башҡортостандың баш ҡалаһына тәүге килеүҙәре. Пассажирҙар араһында Луганск, Донецк халыҡ республикаһы һәм Алыҫ Көнсығыш федерль округы балалары. Һәр береһе спорт, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе «геройҙары».
Рәсәй кимәлендә төрлө уңыштарға өлгәшкән малай-ҡыҙҙар өсөн Тимер юлы вокзалы алдындағы майҙанда бәләкәй концерт программаһы күрһәтелде.
«Геройҙар поезы» - «Беҙҙең ихата геройҙары!» Бөтә Рәсәй проектының бер өлөшө. Быйылғы маршрут 1 август Новосибирск ҡалаһынан ҡуҙғалған. Мәҙәни-мағариф проекты ҡатнашыусылары биш көн эсендә Омск, Төмән һәм Екатеринбург ҡалаларын күреп өлгәргән. Өфө туҡталышы программаһы ла экскурсия һәм осрашыуҙарға бай булыр тип көтөлә.
Өфө менән танышҡандан һуң, «Геройҙар поезы» Һамар һәм Һарытау ҡалаларына юллана. Маршрут Волгоград ҡалаһында тамамлана.
Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған 100-ҙән ашыу бала Өфөнөң тарихи-мәҙәни һәм иҫтәлекле урындары буйлап үтәсәк. Улар араһында Миңлеғәле Шайморатов, Салауат Юлаев һәйкәлдәре менән танышыу һәм Шишмә районындағы «Патриот» паркына барыу күҙаллана.
Әлфинә Килдейәрова






