«Баланы мәктәпкә әҙерлә» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә уҡыусыларға рюкзактар тапшырылды

«Баланы мәктәпкә әҙерлә» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә бөгөн Башҡортостандың йәмәғәт ярҙамы штабында уҡыусыларға мәктәп кәрәк-яраҡтары менән рюкзактар тапшырылды. Күп балалы, аҙ тәьмин ителгән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн байрам ойошторолдо. Сара сиктәрендә балалар өсөн авиамоделләштереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм ярыштар үтте.

Үҙ ҡулдары менән эшләгән самолеттарҙы балалар ғәмәлдә һынап ҡарай. Уларҙы эшләргә тәжрибәле конструктор ярҙам итә. Донъяла киң таралған ҡағыҙ самолеттары уҙышында кескәйҙәр менән бергә ололар, төрлө быуын вәкилдәре ҡатнаша ала. Байрамға килеүселәр араһында күп балалы ғаилә - Мөсәлимовтар ҙа бар.

«Баланы мәктәпкә әҙерлә» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә уҡыусыларға рюкзактар таратылды. Һәр бала үҙенә оҡшағанын һайлап алды. Сарала күп балалы, мохтаж һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре ҡатнашты. Өфө ҡалаһынан Илфирә Ибраһимова ҡыҙы Гөлназ менән килгән.

Сара аҙағында иҫтәлеккә фото һәм күңелле уйындар. Әйткәндәй, «Баланы мәктәпкә әҙерлә» бөтә Рәсәй акцияһы һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн төбәктәрҙә 4 меңдән ашыу махсус мәктәп кәрәк-яраҡтарын ҡабул итеү пункты ойошторолған - дәфтәр, ручка менән бер рәттән хәленән килгәндәр кескәйҙәргә мәктәп формаһы һәм аяҡ кейеме, спорт инвентары менән ярҙам итә ала.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ