Физкультурниктар көнөнә арналғанн сара быйыл да хәйриә акцияһы форматында ойошторолдо. Был юлы йыйылған аҡсалар мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы гидрореабилитация ярҙамында дауалау эшен алып барған ойошмаға йүнәлтеләсәк.
Ошо маҡсатта урында концерт программалары менән бергә, төрлө спорт саралары ла үткәрелде. Улар ҙа һәр кем көсөн, аҡыл кимәлен һынап ҡарай алды. Шахмат, бокс, самбо кеүек спорт төрҙәренән тыш, Ҡашҡаҙан күлендә беренсе тапҡыр балалар байдаркаларҙа сыҡты. Урында шулай уҡ ата-әсәләр балаларын күңеленә яҡын спорт мәктәбенә яҙыу мөмкинлеге лә бирелде. Әйткәндәй, Өфөлә йыл аҙағына тиклем бер-бер артлы файҙаланыуға тапшырыласаҡ яңы объекттар ҙа үҙ өлөш индермәй ҡалмай. Шуға ла ҡыҙыҡһыныу көслө, ти тренерҙар.



