Аш-һыу фестивале район үҙәгендәге Спорт һәм ял паркында ойошторола. Унда төрлө халыҡ вәкилдәре үҙҙәренең милли ихаталарын, ҡабатланмаҫ ризыҡ рецептарын тәҡдим итә һәм иң тәмле бәлеш бешереүҙә көс һынаша.
“Бәлешфест” милли аш-һыу байрамы Бүздәк районында 25 августа уҙа. Ғаризалар 20 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Ул Рәсәй Президенты грандтары фонды иҫәбенә 2018 йылдан ойошторола.






