Башҡортостан һәм республиканан ситтә йәшәгән мари милләте вәкилдәрен берләштергән өсөнсө асыҡ фольклор байрамы хаҡында киләһе яҙмала.
Ҡорманай ауылына 1664-cе йылда нигеҙ һалынған. Көнгөр йылғаһы буйын төйәк иткән мари халҡы биш йыл элек милли йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау һәм йәш быуынға таратыу маҡсатында фольклор байрамын ойошторорға ҡарар итә. Быйыл байрам өсөнсө тапҡыр үткәрелде.
Мариҙар фин-уғыр халыҡтары араһында айырым урын алып тора. Сәскә кеүек сағыу нағыштар менән биҙәлгән күлдәктәрҙәге мари ҡатын-ҡыҙҙары әллә ҡайҙан үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә. Барабан ҡағыуы оҙатыуындағы арҡан бейеүҙәрен мариҙар аҙна һайын мотлаҡ бейергә тейеш.» Халыҡ йырҙары, дәртле бейеүҙәр беҙгә йәшәргә көс, илһам бирә,» ти бөгөнгө сарала ҡатнашыусылар.
Свердловск өлкәһенең «Урал Мари» милли-мәҙәни автономияһы йәмәғәт ойошмаһы фольклор байрамына ҙур делегация менән килгән. Уларҙың етәкселәре Наталия Ябакова 18-cе быуаттан ҡомартҡы булараҡ тапшырылған ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейеме менән таныштырҙы.
Бөрө ҡалаһында йәшәүсе Байназовтарҙың да тамырҙары Ҡорманайҙан. Этонотуризм менән шөғөлләнгән ғаилә фольклор байрамына килеүселәргә үҙҙәре етештергән милли аш-һыуҙарҙы тәмләтте, фольклор өлгөләре менән таныштырҙы.
«Тыуған ерем-Көнгөр буйы» фестивален әҙерләүгә тос өлөш индереүселәргә Мишкә районы милли автонмияһы «Эрвел Мари» йәмәғәт ойошмаһының рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды. Өсөнсө асыҡ фольклор байрамы Башҡортостанда мари халҡына үҙ телен, йолаларын, фольклорын үҫтереүгә шарттар яҡшы булыуын күрһәтте. Яңы уҡыу йылында район үҙәгендә мари телен тәрән өйрәтеүсе полилигваль мәктәп асыла. Киләһе йылда тап ошо ваҡытта, Башҡортостанда йәшәүсе мари халҡы Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡа милләттәштәрен тел, йыр-бейеүҙәрҙе популярлаштырған байрамда көтә.
Гүзәл Борханова



