Республика Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса быйыл 66 баҡсасылыҡ ширҡәтенә илткән 8 юлды тәртипкә килтереү планлаштырыла. Уларҙың 4-әүһе Өфөлә, икәүһе - Иглин районында. Шулай уҡ Нефтекамала һәм Благовещен районында ремонт ҡаралған. -Баҡса юлдарын ремонтлау программаһы киләһе йылда ла дауам итә, - ти Радий Хәбиров.








