Рәсми сәфәр бер аҙнанан була, осрашыу Астана ҡалаһында үтә. Ҡаҙағстан мөһим иҡтисади партнер булып тора. Быйыл ярты йылда тауар әйләнеше 194 миллион долларҙан артҡан. Был уҙған йылдағынан күберәк. Сумманың 86 проценты Башҡортостандан экспортланған тауарға тура килә. Беҙҙең республика башлыса химия продукцияһы, ағас, металл оҙата. Радий Хәбиров Ҡаҙағстан менән иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытырға ҡушты.





