“Роснефть” компанияһына ҡараған "Башнефть" акционерҙар компанияһы Башҡортостан йылғаларына 24 мең 700 йөҙ уҡбалыҡ селбәрәһе ебәргән. Улар ентекле һайланған, үрсеү һәм үҫеп китеү өсөн республика һыу ятҡылыҡтарының тәбиғи шарттарына махсус яраҡлаштырылған. Ағиҙелгә – 14 мең 5 йөҙ , Павловка һыуһаҡлағысына 10 мең 2 йөҙ уҡбалыҡ ебәргәндәр. Августа Ненец автономиялы округының һыу ятҡылыҡтарына 2 меңгә яҡын һөмбаш балығы селбәрәһен төшөрөү планлаштырыла.
“Башнефть” компанияһы һуңғы 5 йылда Башҡортостан, Татарстан, Ненец һәм Ханты-Манси автономиялы округтарының һыу ятҡылыҡтарына 3 миллион 800 меңдән ашыу уҡбалыҡ, һөмбаш, сига, кумж балыҡтарының селбәрәһен сығарған. Был эш йылға һәм күлдәрҙең биотөрлөлөгөн юғалтмау, экосистеманы, тәбиғи ресурстарҙы тергеҙеү маҡсатында компанияның тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән программаһына ярашлы алып барыла.







