Йүнәлеш сәләмәтлек. Беренсел медицина-санитар ярҙамын үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар өсөн эш аҙнаһы таңғы алтыла башланды. Улар Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән Өфөнөң Ағиҙел яры буйлап велосипедта елеп үтте. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Медицина хеҙмәткәрҙәре, велоспорт һөйөүселәр, төрлө төбәктәрҙән йыйылған ҡунаҡтар. Өфөлә старт алған Беренсел медицина-санитар ярҙамын үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе ҡатнашыусылары дүшәмбе иртәһен Ағиҙел яры буйында ҡаршыланы. Эш көнөн таңғы 6-ла велосипедта йөрөүҙән башлау - аҙнаның һөҙөмтәле буласағына ишара, ти ҡатнашыусылар.
Тығыҙ эш графигы һәм Бөтә Рәсәй кәңәшмәһенең бай программаһы араһында Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министры ла спорт өсөн ваҡыт тапҡан. Велоуҙыш колоннаһын Михаил Мурашко етәкләне.
Кәңшәмәлә ҡатнашыусыларҙың күбеһе Өфөгә төндә килеп еткән. Шуға ҡарамаҫтан велоуҙышта ҡатнашыуҙарына бер ҙә үкенмәйҙәр. Сөнки тап медицина хеҙмәткәрҙәре иртәне зарядка менән башларға кәрәклеген яҡшы белә.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев та ике тәгәрмәсле транспорт төрөн үҙ итә. Уның фекеренсә, велосипедта йөрөү ҡалала йәшәүселәрҙең мәсьәләләрен яҡындан күрергә мөмкнлек бирә.
«Торатау» Конгресс-холл янындағы «Ватан» паркында «Чемпион менән зарядка» үтте. Унда кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өсөн фехтование буйынса Олимпия уйындары еңеүсеһе Тимур Сафин оҫталыҡ дәресе ойошторҙо.
Әлфинә Килдейәрова






