Бер быуатлыҡ ғүмер байрамы. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Юламанов 100 йәшен тултырҙы. Замандашыбыҙҙы күркәм юбилейы менән туғандары, урындағы хакимиәт етәкселеге лә тәбрикләне. Оҙон ғүмерлелек серен БЮТ ижади төркөмө лә асыҡларға тырышты.
Бер быуат эсендә тормош юлында ниндәй генә һынауҙар булмаһын, тура баҫып, ғорур атлай. Фәтхулла Әһлиулла улының йәшлеге һуғыш йылдарына тура килә. 18 йәшендә фронтҡа алынып, 776-cы уҡсылар полкы составында Мәскәү өлкәһенән Сталинградҡа тиклем барып етә.
Көсөргәнешле алыштарҙың береһендә ҡаты яралана һәм ялан госпиталенә ебәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яҡҡа юл оҙон була. Ни бары ун ике йылдан һуң ғына ҡайтарыла. Шулай ҙа барлыҡ ҡаршылыҡтар Бөйөк ватан һуғышы ветеранын сыныҡтыра ғына. Замандашыбыҙ билдәләүенсә, оҙон ғүмерлелек сере физик әҙерлектә.
Фәтхулла Юламанов һуғыштан һуң ауыл хужалығында, артабан һаҡ хеҙмәтендә эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас та әүҙем йәмәғәт эше алып барған.
Фәтхулла Әһлиулла улы өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан һәр ваҡыт хәрәкәттә. Саф һауала, тәбиғәт ҡосағында йөрөргә ярата. Кесе Ватаны өсөн янып йәшәй.
Нурия Байғужина






