Затон биҫтәһенең Миловская урамында яңы мәктәп төҙөлә башланы

Өфөлә, Затон биҫтәһенең Миловская урамында яңы мәктәп төҙөлә башланы. Мәғәриф учреждениеһы 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән.Әлеге ваҡытта обьектта свай ҡағыу бара, 37 конструкция урынлаштырыла башлаған. Проект Башҡортостан Хөкүмәте һәм «ПроШкола» компанияһы араһында концессия килешеүе нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Төҙөлөш обьекты киләһе йылдың октябрь аҙағына файҙаланыуға тапшырыласаҡ тип күҙаллана.

Әлеге ваҡытта һынау свайҙары ҡағыла, төҙөлөш майҙаны кәртәләнде, ваҡытлыса биналар, ҡоролалар төҙөлдө, обьектҡа итлкән һәм төҙөлөш майҙаны эсендә юлдар һалынды.

Арсен Ҡорманғәлин, төҙөлөш компанияһы директоры, проект етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ