Муллаҡайға - газ. Баймаҡ райондына шәси йорттарға зәңгәр яғыулыҡ үткәреү эштәре дауам итә. Ҡолсора ауыл биләмәһендәге эштәр барышы менән БЮТ ижады төркөмө танышты.
Ауылдарҙа йәшәүсе халыҡ өсөн тормош шарттарының яҡшырыуы ыңғай күренеш. Тәбиғи газда - шул уңайлыҡтарҙың береһе булып тора. Быға тиклем муллаҡайҙар йорттарын утын менән йылытҡанға күрә, зәңгәр яғыулыҡ килеүен улар күптән көттө.
450 кеше йәшәгән Муллаҡай ауылында бөтәһе 147 өй иҫәпләнә. Халыҡ өсөн газ торбаларын урамдарға һуҙыу ғына түгел, ер участкаһына тиклем яғыулыҡтың бушлай үткәрелеүе лә уңайлы. 1 июлдә старт алған газ үткәреү эштәренең сентябрь урталарында тамамланыуы көтөлә.
Газ үткәреүҙе “ЫрымбурГазмонтаж“ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ өҫтөнә алған. Барлығы ике берәмек техника йәлеп ителгән. Ҡышҡа тиклем Ҡолсора ауыл биләмәһенә ҡараған Үрге һәм Түбәнге Иҙрис, Ҡолсора ауылдары ла зәңгәр яғыулыҡҡа тоташасаҡ.
Альбина Байегетова






