Быйыл республикала федераль программа буйынса 70 мәктәп төҙөкләндерелә

Улар 28 ҡала һәм районда урынлашҡан. Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә вице-премьер Илшат Тажетдинов ошо турала белдерҙе. Ремонт өсөн 4 миллиард 300 миллион һум аҡса бүленгән. Уның 3 миллиард ярымы ил ҡаҙнаһынан күсерелгән. «Яңыртылған белем усаҡтары һаны буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урында тора», - тине Илшат Тажетдинов.

Быйыл Башҡортостанда 1 сентябрҙә ярты миллиондан ашыу бала мәктәпкә бара. Уларҙың 54 меңгә яҡыны 1-се класс уҡыусылары. Донбастан 200-ҙән ашыу бала республикала белем аласаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ