Михаил Мурашко Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫешен юғары баһаланы

“Башҡортостан етәкселеге һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү буйынса һөҙөмтәле эш алып бара. Яңы технологиялар уңышлы ҡулланыла”. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко шулай тип белдерҙе. Федераль ведомство етәксеһе Өфөлә беренсел медицина-санитар ярҙам үҫеше мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ҡатнаша. Михаил Мурашко баш ҡаланың 13-сө ҡала клиник дауаханаһы поликлиникаһы һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты менән танышты.

Михаил Мурашко Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫешен юғары баһаланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Михаил Мурашкоға Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.

Фото №1 - Михаил Мурашко  Башҡортостан һаулыҡ  һаҡлау  системаһы үҫешен юғары баһаланы
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ