Яһалма интеллект нигеҙендә эшләгән фельдшер-акушер пункттары, йәштәрҙе ауылдарға йәлеп итеү программалары һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу. Ошо һәм башҡа һорауҙар бөгөн Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ҡатнашлығындағы брифингта яңғыраны. Республика баҫмалары журналистары һорауҙарына федераль министр менән Рәсәй төбәктәренең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе етәкселәре яуап бирҙе. Мәҫәлән, Приморье крайында йәш белгестәрҙе ауылдарға йәлеп итеү өсөн биш йыл дауамында социаль ярҙам саралары йыйылмаһы программаһы тормошҡа ашырыла.
Брифингта Рәсәй субьекттарының Һаулыҡ һаҡлау министрҙары үҙ төбәктәрендә уңышлы тормошҡа ашырылған проекттары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, Мәскәү ҡалаһында пациенттар менән дөрөҫ аралашыу буйынса тренингтар үткәрелә. Яҡут республикаһында 20 йылдан ашыу «Сәләмәт йәшәү рәүеше» доктринаһы эшләй. Ул Башҡортостанда тормошҡа ашырылған «Айыҡ ауыл» программаһына ауаздаш. Ошо осорҙа Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, иҫерек килеш теркәлгән енәйәттәр һаны күпкә кәмегәне.






