Бөгөн Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Республика менән идара итеү үҙәгендә булды

Үҙәк халыҡтан алынған мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү буйынса илдең алдынғы 5 төбәге исемлегендә.  Белгестәр 2018 йылдан башлап “Инцидент менеджмент” системаһы һәм “Кире бәйләнеш  платформаһы” аша 920 меңдән ашыу хәбәргә яуап биргән. Михаил Мурашко үҙәк мөмкинлектәренә юғары баһа бирҙе. “Бөгөн һанлы технологиялар  бөтә өлкәләрҙә лә әүҙем ҡулланыла. Шулай уҡ медицинала. Республика менән идара итеү үҙәгенең тәжрибәһе башҡа төбәктәр өсөн дә файҙалы”,  тине федераль министр. Ул Республика менән идара итеү коллективына уңыштар теләне.

Фото №1 - Бөгөн Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Республика менән идара итеү үҙәгендә булды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ