Сарала Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова ҡатнашты. Байрам ошо көндө асылған хәрби ҡәрҙәшлек аллеяһына сәскәләр һалыуҙан башланды. Урындағы хәрби бәрелештәр ветерандары һәләк булыусыларҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Аллеяға Ҡораллы көстәрҙең бөтә ғәскәр төрҙәре лә ингән.
Артабан ҡунаҡтарҙы тирмәләрҙә һыйлап, милли йолалар менән таныштырҙылар. Сарала ҡатнашыусылар иғтибарына урындағы ҡул оҫталары күргәҙмәһе лә тәҡдим ителгәйне.Ауыл байрамы эстрада йондоҙҙары һәм урындағы ижали коллективтар ҡатнашлығындағы концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Сәхнәгә шулай уҡ ауылдың алдынғы эшсәндәре күтәрелде, өлгөлөләргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды. Ә етем балалар фатир асҡыстары алды. Байрам сағыу салют менән тамамланды.






