«Бер күрешеү үҙе бер ғүмер». Ошондай исем аҫтында Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы ағинәйҙәре Әүлиә тауы итәгендә йыйын үткәрҙе. Тулыраҡ беҙҙең ижади төркөм әҙерләгән яҙмала.
Үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, киләсәккә маҡсаттар билдәләү өсөн ойошторолған сара ағинәйҙәр араһында беренсе тапҡыр ғына уҙғарылмай. Өмөтбай ауылының Әүлиә тауы итәгендә үткәрелгән йыйынға Билал, Һәмән, Таһир һәм Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауылы ағинәйҙәре саҡырылды. Ойоштороусылар ҡунаҡтарҙы урындағы ер-һыу атамалары менән таныштырҙы, изгеләргә аяттар бағышланы.
Сара барышында Миңлегөл Ҡужахмәтова мейе ҡағыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Шулдай уҡ ағинәйҙәр Өмөтбай ерендә үҫкән төрлө дарыу үләндәрен йыйҙы, йырҙар йырлап, мөнәжәттәр әйттеләр.
Өмөтбай ауылы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы 2007 йылдан алып уңышлы эшләй. Башҡортостанға улар “Ашъяулыҡ” проекты менән билдәле булды. Ойошторолған бар йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, ауылдың киләсәгә һәм бөгөнгөһө өсөн янып йәшәй ойошма ағзалары.






