Илдең төньяҡ баш ҡалаһында бер нисә рәсми осрашыу ҡаралған. Унда республика менән Петербург араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Шулай уҡ ҙур мәҙәни программа әҙерләнә, башҡорт продукцияһы йәрминкәһе ойошторола. Башҡортостан көндәре 26 августа була.







