«Вера» Хоспистарға ярҙам хәйриә фонды ойоштороусыһы Нюта Федермессер, Башҡортостан Башлығына Өфө хосписын сафҡа индереү өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Дауаланмаған сирҙәрҙән яфаланған пациенттар өсөн махсус төҙөлгән социаль-медицина комплексы Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан иҫәпләнә. Унда ололар һәм балалар өсөн паллиатив ярҙам күрһәтелә. Пациенттар өсөн өй шарттары булдырылған. Хоспис хеҙмәткәрҙәре ауырыуҙарҙың көндәлек тормошон еңеләйтеү, уларҙың һыҙланыуҙарын баҫыу өсөн көсөн һала. Бөгөн Өфө хосписы эшмәкәрлеге менән Башҡортостан Башлығы оҙатыуында Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко танышты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Өфөлә бер ай элек асылған хоспис бөгөн тулы ҡеүәтенә эшләп ауыр сирҙәрҙән яфаланған пациенттарҙы хеҙмәтләндерә. Йылы мөнәсәбәт, туғандарса ҡараш, мәрхәмәтлек һәм изгелек хистәре менән һуғарылған медицина объекты Башҡортостанда паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн асылған тәүге объект. Уның эшмәкәрлеге менән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты.
Тәүлек әйләнәһенә эшләгән хоспистың ишектәре ауырыуҙың яҡындары өсөн һәр ваҡыт асыҡ, бинаның бөтә бүләмәләре пациенттарға яраҡлаштырып төҙөлгән.
Хоспис хеҙмәткәрҙәре паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн махсус уҡыуҙар үткән белгестәр. Улар медицина ярҙамын күрһәтеүҙән тыш аралашыу, тәрбиә һорауҙарын һәр саҡ иғтибарҙа тота.
Хосписта ололар һәм балаларға ярҙам күрһәтелә. Стационар 60 урынлыҡ. Социаль учреждениела бассейн, китапхана, ҡышҡы баҡса, ата-әсәләр һәм туғандар өсөн бүлмәләр бар.
Өфө хосписы паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн Рәсәйҙә махсус төҙөлгән берҙән-бер объект булып тора. Белгестәр, Башҡортостандың хоспис төҙөлөшө тәжрибәһен илдең башҡа төбәктәрендә лә ҡулланырға мөмкин тигән фекерҙә. Изге ниәт менән һалынған объект эшҡыуарҙар, меценаттар һәм республика халҡы тырышлығы менән сафҡа инде.
Флорида Ким



