Бөгөн Өфөлә «Кәрәҙ» өсөнсө республика педагогика марафонының бишенсе зона майҙансығы эш башланы

Сара сиктәрендә уҡытыусылар үҙ тәжрибәһе, ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты, оҫталығын, эрудицияһын күрһәтте. Баш ҡалалағы майҙансыҡта 17 команда сығыш яһаны. Һәр ҡатнашыусы үҙ төбәгенең педагогика өлкәһендә уңыштарын барлап, белем биреүҙә уникаль автор программалары менән таныштырҙы. Марафон бөгөнгә тиклем Сибай, Стәрлетамаҡ, Яңауыл һәм Бәләбәй ҡалаларында үткән. Биш еңеүсе команданың финал ярышы 2024 йылдың февралендә уҙғарыласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ