Ғафури районы Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Мөнирә Ғәзизова 95 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршыланы

Ғафури районы Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы Ғәзизова үҙенең 95 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршыланы. Юбилярҙың шатлығын БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова уртаҡлашты.

Ошо ҡотло нигеҙгә Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы Ауырғазы районы Үтәймулла ауылынан 19 йәшендә килен булып төшә. Боронғоларҙың: «Төшкән ереңә таш булып бат» тигәне теләге лә ҡабул була. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәүлембирҙе Зиннәт улы Ғәзизов менән ҡорған мөхәббәтле ғаиләлә 9 балаға донъяға килгән.

Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы «Йондоҙ» колхозының алдынғы колхозсыһы булараҡ дан һәм хөрмәт ҡаҙанған. Фиҙәҡәр хеҙмәте тиҫтәләгән рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланған. Баҫыу эштәрен башҡарғанда башлыса ҡул хеҙмәте ҡулланылған.

Бөтмөр хужабикә колхоз эшендә лә ал бирмәгән, йорт-ҡура тирәһендә лә күпләп йәшелсә-емеш үҫтергән. Баҡса ниғмәттәре яҡшы һаҡланһын өсөн уларҙы ҡышҡылыҡта мөгәрәптә һаҡлағандар. Ҙур һәм татыу ғаиләнең балалары ата-әсәһе өлгөһөнә эйәреп тырыш һәм эшлекле булып үҫкән.

Мөнирә Кинйәғол ҡыҙының һәр ғаилә байрамдарына өҫтәле үҙ ҡулдары менән бешергән бауырһаҡ, бәрәмәстәр, бәлештәрҙән һығылып тора. Ауылдашы һәм замандашы Рәшиҙә Ишмырҙина ла был нигеҙгә бәхет теләп, самауыр бейеүен башҡарҙы.Виртуоз ҡурайсы һәм мультинстурменталист Илһам Байбулдин йөрәк түренән сыҡҡан ҡурай моңдарын яңғыратты. Бүләсәһе Эльмира юбилярға махсус өйрәнгән бейеүен бағышланы.

Баҫыуҙарҙа иген өлгөргән, түтәлдәрҙә емеш-еләк бешкән ваҡытта донъяға килгән ағинәй, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Мөнирә Ғәзизова иманлы-ҡотло нигеҙендә балаларына бәхет өләшеп, йәш ғаиләләргә төплө кәңәштәр биреп ғүмер йомғағын һүтә.Лайыҡлы тормош юлы үткән диндар ханым ил -йортобоҙға именлек теләп изге доғаларҙа ҡала.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ