Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 18 йәштән 39 йәшкә тиклемгеләр сәләмәтлеген өс йыл һайын тикшертә ала. 40 йәштән бындай мөмкинлек йыл һайын була. Диспансеризация бушлай уҙғарыла. Паспорт һәм полис менән үҙегеҙ беркетелгән поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.




