Йәйге селләлә боҙ-борсаҡ. Бөрйәндә аномаль тәбиғәт күренеше. Райондың Иҫке Монасип ауылы халҡы «Бәйләнештә» социаль селтәрендә боҙ ҡаплаған баҡса һәм ялан фотоһүрәттәре менән уртаҡлашҡан. Һанаулы ғына минуттар эсендә йәй буйына тир түгеп үҫтергән уңыш юҡҡа сыҡты ти, - Иҫке Монасипта йәшәүселәр.






