Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Стәрлебаш районына эш сәфәре барышында мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәген ҡараны. Балалар социаль учреждениела дауалау физкультураһы менән шөғөлләнә. Улар менән психологтар, логопед, дефектологтар эшләй. Быйыл 138 бала реабилитация үткән. 2021 йылда бындағы биналарға капиталь ремонт эшләнгән. Быйыл биләмә тәртипкә килтерелә. Радий Хәбиров белдереүенсә, был - сағыштырмаса бәләкәй аҡсаға капиталь ремонт уҙғарыу буйынса өлгө булып тора. -Ауыл һәм ҡалалар таҙа булырға тейеш, - тине ул.







